2023 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылғандар араһында бүләктәр июль айында уйнатылды. Еңеүселәр араһында беҙҙең гәзит - "Ейәнсура таңдары" гәзите уҡыусыһы ла бар. Һәм бөгөн, 14 августа, “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков төп приз - ноутбукты Байыш ауылында йәшәүсе Зифа Йәркәеваға алып килеп тапшырҙы.
- Гәзит-журналдарға йыл да яҙылабыҙ. Быйыл квитанциямды “Ейәнсура таңдары” гәзите үткәргән приз уйнатыуға ебәрҙем дә, бәлки, бәләкәй генә булһа ла бүләк сығыр, тип эй өмөтләнеп көттөм. Булманы. Ә республика кимәлендә үткәрелгән акцияға район гәзитенә һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына яҙылған квитанциялар күсермәләрен ебәрҙем дә оноттом. Гәзитте ҡарамай ҙа йөрөй инек, туғандарыбыҙ һөйөнсөләне. Быйыл беренсе тапҡыр ҡатнаштыҡ та, бына бит, бәхет тә йылмайҙы - ноутбуклы булдыҡ, - ти Байыш мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зифа Мөхәмәтсафа ҡыҙы.
Әйткәндәй, байыштарҙың был конкурста еңеүе беренсегә түгел. 2021 йылда Илнур һәм Юлиә Ваһаповтар ҙа “Ейәнсура таңдары” гәзитенә һәм “Аманат” республика үҫмерҙәр журналына яҙылып, төп приз - ноутбук отҡайны.
Дуҫтар, тик 31 авгусҡа тиклем генә 2024 йылға матбуғатҡа быйылғы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. Милли баҫмаларға дәррәү яҙылып, башҡортса гәзит-журналдарҙы таратыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!