-4 °С
Болотло
Шулай ҙа бер һығымтаға килеп, Мәзит ауылынан Гөлкәй Исмәғилева еңеүгә лайыҡ тип таптыҡ. Иҙелбәктән Миңлегөл Дәүләтбәковаға – икенсе, Иҫәнғолдан Гөлфирә Гүләева (Иҫәнғол) өсөнсө урын алды.
Комиссия шулай уҡ “Төркөмдәштәр һөйөүе” призын да булдырҙы. “Вконтакте” социаль селтәрендәге “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмө подписчиктары иң күп тауыш биргән сәскәләр үҫтереүсе Сайера Искәндәрова (Трушин) ошо номинацияла еңеүсе булды ла инде.
Конкурста ҡатнашҡан берҙән-бер коллектив – Ейәнсура үҙәк китапханаһы ла махсус бүләк менән билдәләнә.
Конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрен редакциянан 12 октябрҙән һуң эш көндәрендә килеп алыуҙарын һорайбыҙ.