Бөтә яңылыҡтар

Бәйгеләрҙән ситтә ҡалмағыҙ!

“Ейәнсура таңдары” гәзитендә 2025 йылда түбәндәге конкурстар ойошторолған

“Күрше хаҡы – тәңре хаҡы”

Шәхси йортта йәшәйбеҙме, күп фатирлыһындамы – күршеләребеҙ бар. Улар менән татыу, аралашып йәшәүгә ни етә! Бында йәш, милләт, дин айырмаһы ла  роль уйнамай. Шатлығыңды уртаҡлашыр, ауыр саҡта ярҙам итер кешеләр булыуы – үҙе бәхет.

Арабыҙҙа гөрләшеп йәшәгән, эштәре лә, аштары ла уртаҡ булған, тормош һынауҙарын бергә үткән күршеләр бихисап. “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы” исемле конкурсыбыҙ шундайҙар өсөн. Башҡаларға өлгө булырҙай күршеләрҙе беләһегеҙме? Ә бәлки күршегеҙгә ғүмерегеҙ буйы рәхмәтле булып йәшәйһегеҙер? Әйҙәгеҙ, быларҙың барыһын да ҡағыҙ биттәренә төшөрәйек. Һеҙҙән матур хәтирәләр, йөкмәткеле һүрәтләмәләр көтөп ҡалабыҙ.

“Сәйер донъя”

Әле генә һалған әйберҙең ҡайҙалыр күсеп ятыуы, йә юҡ булыуы, ҡышҡы төндә һыйырың быҙауланы, тип иҫкәртеп уятыуы, осраҡлылыҡ менән һин ултырмай ҡалған транспорттың аварияға тарыуы кеүек һәм башҡа шундай сәйер хәлдәр тураһында йыш ишетәбеҙ. Ә бәлки һеҙҙең үҙегеҙ йәки яҡынығыҙ менән дә булғандыр? Һеҙҙе ошондай ғәжәп хәлдәр менән гәзит биттәрендә уртаҡлашырға саҡырабыҙ. Исемен күрһәтмәҫкә теләгәндәр псевдоним аҫтында яҙа ала.

“Йыл ирекмәне”

Ирекмәнлек ваҡыт, көс, хеҙмәт талап итә. Әммә уның өсөн бер ниндәй ҙә түләү юҡ. Изге эш күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла. Арабыҙҙа шундай Еңеү хаҡына изге эшкә ҡушылыусылар артҡандан-арта. Улар беҙҙең эргәлә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы сиктәрендә үтәсәк “Йыл ирекмәне” тип исемләнгән бәйгебеҙҙең маҡсаты – яугирҙәргә ярҙам итәме ул, әллә уның яҡындарына шефлыҡ итәме – йөрәк ҡушыуы буйынса ирекмәнлек менән шөғөлләнеүселәр хаҡында һөйләү. Һеҙ кемде һәм ни өсөн “Йыл ирекмәне” тип атар инегеҙ? Мәҡәлә бер кеше йәки тотош төркөм хаҡында булһа ла ярай.

Конкурстарға эштәр 2025 йылдың 30 ноябренә тиклем Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9 адресы буйынса, шулай уҡ “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмөндә, zori32@yandex.ru электрон адресына ҡабул ителә. Уларҙың йөкмәткелеләре гәзит биттәрендә баҫыласаҡ, ә иң-иңдәре беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжәләге диплом һәм бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Редакция.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас