Бөтә яңылыҡтар

“Ейәнсура таңдары”на – 20 йыл!

Быйыл “Ейәнсура таңдары” гәзите үҙенең юбилейын билдәләй, уның башҡорт телендә үҙаллы баҫма булып сыға башлауына – 20 йыл. Ошо дата уңайынан, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ижади бәйгеләр иғлан итәбеҙ.

Миңлегөл Абдуллина "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 10 йыллыҡ юбилейына арнаған ҡул эштәре менән.
Миңлегөл Абдуллина "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 10 йыллыҡ юбилейына арнаған ҡул эштәре менән.

“Ейәнсура берәү булған кеүек,

“Таңдары” ла уның бер генә”

Шулай тип исемләнгән шиғыр бәйгеһендә ижадсы дуҫтарыбыҙҙың барыһын да көтөп ҡалабыҙ. Йәш, жанр буйынса сикләүҙәр юҡ. Бары баҫмабыҙға арналған ижад емешегеҙ башҡорт теленең байлығын сағылырһын һәм 10 куплеттан артмаһын.

“Күңелем биҙәктәре”

Арабыҙҙа оҫталар күп. Шуға ла был бәйгенең маҡсаты – бәйләү, сигеү, йә сәйлән теҙеү булһынмы, ағастан һырлап эшләүме – шундай һәм башҡа күп төрлө шөғөл менән булышҡан гәзит уҡыусыларҙың ҡул эштәре һәм үҙҙәре менән танышыу. Эштәрҙе редакцияға алып килеүегеҙ йәки фотоһүрәтенә  оҫта тураһындағы мәғлүмәтте ҡушып ебәреүегеҙ һорала. Ҡул эштәре күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.

“Тәмлетамаҡ”

Был бәйгебеҙ аш-һыу оҫталары араһында булыр. Һәр кемдең – ҡатын-ҡыҙмы ул, ир-егетме – яратып әҙерләгән ризығы була. Уларҙы ғаиләлә лә яратып ашайҙар, ҡунаҡтарға бешерәләр һәм, ғәҙәттә, рецебын һорап алалар.  Ҡош теле, былау, ләүеш, эслекле балыҡ һ.б. – һәр кемдең үҙ “изюминкаһы”. Белгән – өйрәтә, тип, аш-һыу серен гәзит уҡыусылар менән дә бүлешегеҙ. Һеҙҙән рецептаркөтөп ҡалабыҙ! Бешергән ризығығыҙ менән фотоғоҙҙы ла һалырға онотмағыҙ.

 

Эштәрегеҙҙе 1 июнгә тиклем Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9, адресы буйынса редакцияға алып килә йәки zori32@yandex.ru электрон адресына, йә “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” төркөмөнә ебәрә алаһығыҙ. Еңеүселәрҙе матур бүләктәр көтә!

Автор:
Читайте нас