Бөтә яңылыҡтар

Балалар лагерҙарында COVID-19 асыҡланған

Башҡортостанда йәйге ял ойошмаларының унауһында COVID-19 индереү осраҡтары теркәләгән

Балалар лагерҙарында COVID-19 асыҡланған
Балалар лагерҙарында COVID-19 асыҡланған

Башҡортостанда йәйге ял ойошмаларының унауһында COVID-19 индереү осраҡтары теркәләгән. Был хаҡта “Электрогазета.рф” хәбәр итте.

– Инфекцияның артабан таралыуына юл ҡуйылманы. Берәр осраҡтар контролгә алында. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бер балалар лагерында хәл-торош ҡатмарлы ине, объектҡа ингән урында күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланды, шул иҫәптән ата-әсәләрҙең килеүе режимында, – тип хәбәр итте БР хөкүмәтендәге кәңәшмәлә республика буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак. – Беҙҙең белгестәр ата-әсәләрҙең ҡойма аша балалар менән битлектәрһеҙ аралашыуын, контроль тәьмин ителмәүен асыҡланы. Был лагерҙа ауырыусылар һаны 46 кеше. Хәҙер улар бөтәһе лә өйҙәрендә медкүҙәтеү аҫтында.

– Мәктәп лагерҙары буйынса анализлағыҙ, – был осраҡтарға юл ҡуйған етәкселәр эштән бушатылырға тейеш. Илке-һалҡылыҡ, башҡаса әйтеп булмай. Алда балалар ял итһен өсөн тағы бер ай бар, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, Мәғариф министлығына мөрәжәғәт итеп. – Мин һеҙҙең министрлыҡҡа эшсе төркөмдәр булдырырға ҡушам, әгәр кәрәкһә, контроль идаралығын йәлеп итегеҙ һәм кисекмәҫтән лагерҙарға! Һыҙыҡ өҫтөнә алам – бында шаяртыу юҡ. Мин балаларҙың йәйге ялын туҡтатырға теләмәйем, улар йыл буйына былай ҙа арыны. Башлыҡтар ҙа быға етди тотонһон.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: