Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
2 Октябрь 2021, 08:25

Уҡытыусылар көнөнә ҡотлауҙарға акция!

Уҡытыусы! Ошо исемдән дә Юғарыраҡ ниндәй исем бар?! Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар, Йырҙа әйтеп бөтмәҫ хисем бар. Беренсе уҡытыусығыҙға, йә тотош мәктәп коллективына Уҡытыусылар көнө уңайынан ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйһегеҙме? Байрам уңайынан һеҙгә шәп мөмкинлек! Шарттары тулыраҡ - сайтта.

Уҡытыусылар көнөнә ҡотлауҙарға акция!
Уҡытыусылар көнөнә ҡотлауҙарға акция!

Тик ике көн! 2 һәм 3 октябрҙә Уҡытыусылар көнө уңайынан ҡотлау бирһәгеҙ, 1 модуле - 300 һум буласаҡ!

Һәм иң мөһиме: төркөмдәге ҡотлауҙар хаҡына бирелгән был ҡотлау "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 5 октябрь һанында донъя күрәсәк!

Күп төркөмдәштәрҙең уҡытыусылары хәҙер хаҡлы ялда булыуын һәм беҙҙең гәзитте яратып, көтөп алып уҡыуҙарын иҫәпкә алғанда, был ҡотлау улар өсөн көтөлмәгән бүләк буласаҡ!

Әйҙәгеҙ, яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы, класс етәкселәрен, хеҙмәттәштәрегеҙҙе, балаларыбыҙҙың уҡытыусыларын иғтибарыбыҙ, ихтирамыбыҙ менән һөйөндөрәйек!

Ҡотлауҙарҙы "сообщение" аша ебәрһәгеҙ, үҙебеҙ бәйләнешкә сығырбыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: