Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Октябрь 2021, 19:05

Еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ

Өфө ҡалаһында 8-21 октябрҙә шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Был сараның нәҡ Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла был аҡыл спортын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

Еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ
Еңеүҙәр көтөп ҡалабыҙ

Һабантуйҙа, төрлө байрамдар уңайынан үткәрелгән турнирҙарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа теләп ҡатнаша. Әйткәндәй, районда йәш быуында был аҡыл уйынына ҡарата ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү тейешле кимәлдә ойошторолған. Мәҫәлән, М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатын ғына алғанда, 10-сы класс уҡыусылары Эльза Ҡыуандыҡова, Салауат Уразаев, 7-се класс уҡыусыһы Гөлфиә Мусина, ағалы-ҡустылы Азибек (6-сы класс) һәм Темур (4-се класс) Самородиндар район кимәлендә ойошторолған шахмат турнирҙарында даими призерҙар.

- Шахмат – ул спорт өлкәһендәге иң тыныс төр. Был уйын балаларҙың үҫешенә тик яҡшы яҡтан ғына тәьҫир итә. Беҙҙең түңәрәккә уҡыусылар бик теләп йөрөй. Тимәк, балаларҙың шахмат уйынына булған ҡыҙыҡһыныуы заман ауырыуына әйләнгән телефон һәм башҡа гаджеттарға ҡарағанда көслөрәк. Тимәк, беҙ дөрөҫ йүнәлештә! – ти түңәрәк етәксеһе, үҙе лә районда яҡшы шахматсы булараҡ танылған Эльвира Садиҡова.

Күптән түгел гимназияға “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” программаһы буйынса шахмат өҫтәле, ултырғыстар, демонстрацион таҡта, шахматтар, шахмат сәғәттәре ҡайтарылған. Тимәк, бында шахмат спортын үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Инде йәш шахматсыларҙан яңы һәм юғарыраҡ кимәлдәге уңыштар көтөп ҡалабыҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: