Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Октябрь 2021, 18:35

Һәр ҡаҙаныш артында – һеҙҙең хеҙмәт

Ошо арала һөнәри байрамдарын билдәләгән һәм билдәләйәсәк педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең район хакимиәтенең ҙур залында тантаналы йыйылышы булып үтте. Тулыраҡ - сайтта.

Һәр ҡаҙаныш артында – һеҙҙең хеҙмәт
Һәр ҡаҙаныш артында – һеҙҙең хеҙмәт

Балаларҙы тәрбиәләү ғаиләнән башланып, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә дауам итә. Уларҙы тәртипле, белемле итеп тәрбиәләү – лайыҡлы алмаш үҫтереү тигән һүҙ. Ата-әсәләр менән бер рәттән тәрбиәселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа бик ҙур яуаплы эш башҡара.

Ошо арала һөнәри байрамдарын билдәләгән һәм билдәләйәсәк педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең район хакимиәтенең ҙур залында тантаналы йыйылышы булып үтте. Унда Ейәнсураның тәжрибәле, уңышлы эшләгән уҡытыусылары, тәрбиәселәре район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм район мәғариф бүлеге начальнигы Рәйлә Иҙелбаева менән осрашты.

- Бөтәбеҙ өсөн дә ауыр булған пандемияға ҡарамаҫтан, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары үткән йылдарҙағыға ҡарағанда юғарыраҡ уңыштарға өлгәште. Уҡыусыларҙың олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа еңеүе – һеҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе, – тине Дәмин Марат улы һәм мәғариф системаһында оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм тәрбиәселәрҙе, уҡытыусыларҙы Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: