Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
18 Октябрь 2021, 17:01

Мәктәптәр - карантинда

БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк Роспотребнадзоры етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда 242 мәктәп COVID-19 карантинында ҡала.

Мәктәптәр - карантинда
Мәктәптәр - карантинда
«Мәктәптәрҙә һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ауырыусылар һаны арта бара. Бөгөнгә 242 мәктәп карантинға ябылған, был 543 класс тигән һүҙ. Коронавирус инфекцияһы 222 ссузда теркәлгән», — тине баш санитар табип.

Ведомство быға тиклем хәбәр итеүенсә, әгәр ҙә биш кешенән артыҡ сирләүсе теркәлһә, класс карантинға китә. Роспотребнадзор талабы буйынса класс 14 көнгә дистанциялы уҡыуға күсерелә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: