Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
21 Октябрь 2021, 15:45

Мәктәптәрҙә өҫтәлмә көҙгө каникул буламы?

Ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында РФ Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә өҫтәлмә каникул иғлан итергә ниәтләй тигән мәғлүмәт сыҡҡайны

Мәктәптәрҙә өҫтәлмә көҙгө каникул буламы?
Мәктәптәрҙә өҫтәлмә көҙгө каникул буламы?

Мәктәп уҡыусылары өсөн өҫтәлмә көҙгө каникул булмаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан белдерҙеләр, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Уҡыусылар календарь уҡыу графигына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулда буласаҡ.

«Уҡыусылар өсөн бер ниндәй ҙә өҫтәлмә каникулдар ҡаралмаған», - тип белдергән министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте.

Бөгөн ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларында РФ Мәғариф министрлығы 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем иғлан ителгән ял көндәренә өҫтәп мәктәптәрҙә өҫтәлмә каникул иғлан итергә ниәтләй тигән мәғлүмәт сыҡты.

Фото: Яндекс. Картинки

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: