Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
3 Февраль 2022, 13:50

Баймаҡтар дистантҡа китә

Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте.

Баймаҡтар дистантҡа китә
Баймаҡтар дистантҡа китә

"4 февралдән Баймаҡ ҡалаһының бөтә һәм Баймаҡ районының өс мәктәбе ОРВИ һәм COVID-19 сире менән ауырыусылар һаны күп булыуы сәбәпле дистанцион уҡытыуға күсә. Ул бер аҙнаға ҡабул ителде. Райондағы 8 217 уҡыусының 42-һе коронавирус һәм 1385-е ОРВИ менән ауырый.
Хөрмәтле Баймаҡ халҡы, COVID-19 сирен йоҡтормаҫ өсөн профилактика сараларын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Бөгөнгә вакцина алырға тейешле 31250 кешенең 27384-е коронавирустан прививка эшләткән.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип яҙа район башлығы үҙенең сәхифәһендә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: