Мәғариф Образование
10 Февраль 2022, 14:45

Имтихандарға әҙерләнеү буйынса бушлай консультациялар үткәрелә

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарына һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерләнеү буйынса бушлай онлайн-консультациялар башланды

Имтихандарға әҙерләнеү буйынса бушлай консультациялар үткәреләИмтихандарға әҙерләнеү буйынса бушлай консультациялар үткәрелә
Имтихандарға әҙерләнеү буйынса бушлай консультациялар үткәрелә

Ағымдағы йылдың 8 февраленән республикала сығарылыш класс уҡыусылары өсөн Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарын тапшырыуға әҙерлек буйынса бушлай онлайн консультациялар башланды. Уларҙы имтихандар тапшырыла торған фәндәр буйынса эксперт комиссияһы ағзалары үткәрә. 

БДИ буйынса онлайн-консультациялар – 24 февралгә тиклем һәр шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем, ТДИ буйынса һәр шаршамбы һәм йома көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем үткәреләсәк.

Һорауҙарҙы ошо электрон почталары буйынса gia11@rcoi02.ru (БДИ), gia9@rcoi02.ru (ТДИ) ебәрергә мөмкин.

Дәүләт имтихандарына әҙерләнеү өсөн материалдар, шулай уҡ консультациялар уҙғарыу графигы һәм трансляцияға һылтанмалар «Башҡортостан Республикаһында электрон белем биреү» мәғариф порталында урынлаштырылған:

ЕГЭ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189959/

ОГЭ:

https://edu.bashkortostan.ru/e-course/OO/189964/

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас