Бөтә яңылыҡтар

Бушлай һөнәри белем алырға теләүселәр өсөн

Бушлай һөнәри белем алыуға заявкалар ҡабул итеү буйынса сервис эшләй башланы

Бушлай һөнәри белем алырға теләүселәр өсөн
Бушлай һөнәри белем алырға теләүселәр өсөн

“Работа России” порталында “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам” федераль проекты сиктәрендә бушлай һөнәри белем алыуға заявкалар ҡабул итеү буйынса сервис эшләй башланы.

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә бушлай белем алыуға 50 йәшлек һәм унан өлкән граждандар яҙыла ала. Бынан тыш, өс йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатын-ҡыҙҙар; мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар һәм “35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең айырым категориялары” бушлай һөнәри белем алыуға хоҡуҡлы.

Шулай уҡ яҡын арала эштән бушатылыу хәүефе аҫтында булған һәм эшһеҙ ҡалған кешеләр өсөн дә яҙылыу мөмкинлеге асыласаҡ.

Уҡытыуҙы РАНХиГС, WorldSkills и Томск дәүләт университеты.

Программа тураһында тулыраҡ ошонда белергә мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: