Бөтә яңылыҡтар

“ЯКласс” белем биреү ресурсында “Башҡорт теле һәм әҙәбите” предметы барлыҡҡа килде

Был проект Рәсәйҙең ҙур һанлы платформалары араһында туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә иң беренсеһе

“ЯКласс” белем биреү ресурсында “Башҡорт теле һәм әҙәбите” предметы барлыҡҡа килде
“ЯКласс” белем биреү ресурсында “Башҡорт теле һәм әҙәбите” предметы барлыҡҡа килде

“ЯКласс” һанлы белем биреү ресурсын файҙаланыусылар өсөн Башҡорт теле һәм әҙәбите буйынса материалдар: башҡорт телен уҡытыуҙың ике линияһы буйынса тестарға, викториналарға, контроль һәм ижади эштәргә индерелгән 3105 күнегеүҙәр урынлаштырлған.

Контент 2021 йылдың ноябренән алып “ЯКласс”тың һәм БР Мәғарифты үҫтереү институтының берлектәге көсөн менән Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында булдырылған. Был проект Рәсәйҙең ҙур һанлы платформалары араһында туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә иң беренсеһе булып тора.

“ЯКласс”ты дистанцион белем алыу шарттарында ҡулланырға мөмкин, ул республиканың төп электрон журналы «Elschool» менән интеграцияланған. Материалдарҙы теләгән бер кеше файҙалана ала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: