Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
15 Апрель 2022, 10:45

Уҡытыусыларҙы артыҡ эштән арындырырға теләйҙәр

Дәүләт Думаһына уҡытыусыларҙы кәрәкмәгән бюрократик мәшәҡәттәрҙән арындырырға тейешле закон проекты индерелде

Уҡытыусыларҙы артыҡ эштәр арындырырға теләйҙәр
Уҡытыусыларҙы артыҡ эштәр арындырырға теләйҙәр

Дәүләт Думаһы депутаттары һәм сенаторҙар төркөмө федераль парламентҡа “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын индерҙе, тип яҙа “Башинформ”. Ул уҡытыусыларҙы артыҡ бюрократик эштәрҙән арындырырға ярҙам итәсәк, тип күҙаллана.

Инициаторҙар әйтеүенсә, халыҡ-ара тикшеренеүҙәргә ярашлы, Рәсәйҙең мәғариф системаһы – донъяла иң ныҡ бюрократлаштырылғандарҙың береһе. Рәсәй уҡытыусыһы аҙнаһына 46 сәғәт эшләй, шуның 15 сәғәтен пландар һәм отчеттар тултырыуға, дәрестәргә әҙерләнеүгә сарыф итә. Закон проектында уҡытыусылар әҙерләгән документтарҙың берҙәм исемлеге, формаһына, составына һәм йөкмәткеһенә берҙәм талаптар тәҡдим ителә. Шулай уҡ документ уҡытыусыларҙың был исемлеккә инмәгән документтар өҫтөндә эшләүен тыясаҡ.

Фото: duma.gov.ru / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: