Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә аласаҡ

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн эске туризмдың уңайлылығын күтәреү һәм популярлаштырыу буйынса яңы программа әҙерләнә.

Уҡыусылар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә аласаҡ
Уҡыусылар Башҡортостан буйлап сәйәхәт итә аласаҡ

Был хаҡта БСТ каналында йәйге ял мәсьәләләре буйынса брифингта БР эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һөйләне, тип яҙа “Башинформ”.

“Туризм буйынса федераль агентлыҡ Башҡортостан Республикаһына мәктәп туризмын үҫтереүгә сығымдырҙы софинанслау өсөн субсидия бүлә. Турҙар 5-9 кластар уҡыусылары өсөн ҡаралған, уларҙы быйыл июндән башлау планлаштырыла. Был экскурсия программалары һәм уңайлы шарттарҙа йәшәү менән тыуған ер буйлап сәфәрҙәр буласаҡ”, – тип билдәләне Рөстәм Афзалов.

Хәҙер кәрәкле норматив-хоҡуҡи документтар әҙерләнә,  программаға рәсми старт бирелеүе тураһында һуңғараҡ иғлан ителәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: