Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда уҡыу йорттарына документтар ҡасан ҡабул ителеүе билдәле булды

Республиканың уҡыу йорттарына 2022 йылда документтар тапшырыу ваҡыты иғлан ителде

Башҡортостанда уҡыу йорттарына документтар ҡасан ҡабул ителеүе билдәле булды
Башҡортостанда уҡыу йорттарына документтар ҡасан ҡабул ителеүе билдәле булды

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова Республикаға идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнеш ваҡытында уҡыу йорттарына документтар тапшырыу ваҡытын әйтте, тип яҙа “Башинформ”.

«2022 йылда документтар юғары уҡыу йорттарына — 20 июндән 27 июлгә, колледждарға 15 июндән 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Колледждарҙа буш бюджет урындары булһа, 25 ноябргә тиклем, ә ҡабул итеү 1 декабргә тиклем оҙайтыла», — тине Инесса Косолапова.

Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре имтихан тапшырған йылдан һуң дүрт йыл дауамында ғәмәлдә була, тип өҫтәне ул.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: