

Ҡәҙерле сығарылыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр! Һеҙҙе уҡыу йылы тамамланыуы менән ҡотлайым.
Был һәр кешенең тормош юлында мөһим һәм әһәмиәтле баҫҡыс. Әле яңы ғына һеҙ, ҡыҙыҡһыныусан балалар, парта артына ултырҙығыҙ һәм ҡатмарлы, таныш булмаған белемдәр донъяһына сумдығыҙ. Һәм бына бик тиҙҙән һеҙҙең өсөн мәктәптең һуңғы ҡыңғырауы сыңлаясаҡ – тулҡынландырғыс та, бер аҙ һағышлы ла мәл. Сөнки мәктәбегеҙ, уҡытыусыларығыҙ менән хушлашаһығыҙ, яңы, үҙаллы һәм бик ҡыҙыҡлы оло тормошҡа, яңы мөмкинлектәр, үҙ маҡсаттарығыҙға ирешеү юлына аяҡ баҫаһығыҙ. Мәктәптә алған белемдәрегеҙ ниәтләгән пландарығыҙҙы һәм хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итһен, улар һөнәри күнекмәләр менән тулыланып, маҡсаттарығыҙға өлгәшергә булышлыҡ итһен. Бөгөн һеҙҙең алда үҫешеү һәм алға барыу өсөн бик ҙур мөмкинлектәр асылған.
Барығыҙға ла имтихандарҙы уңышлы тапшырыуығыҙҙы һәм уҡыу йорттарына инеүегеҙҙе теләйем. Тормошта ҡыйыу атлағыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ. Ата-әсәләрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ һеҙгә ышана, беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ! Мин ышанам, һеҙ беҙҙең өмөттәрҙе аҡлаясаҡһығыҙ һәм бер нисә йылдан һуң, тыуған Ейәнсура районының, республиканың, ныҡлы һәм көслө илебеҙҙең киләсәген беҙҙең менән бергә ҡорор өсөн, белемле белгестәр булып әйләнеп ҡайтасаҡһығыҙ.
Уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙ был юлды балалар менән ҡулға-ҡул тотоношоп үттегеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ, күңел йылығыҙ уларҙа кәрәкле кешелек сифаттары һәм дөрөҫ тормош позицияһы формалашыуына булышлыҡ итте. Һәр ваҡыт яндарында булғанығыҙ өсөн рәхмәт.
Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, имтихандарҙа уңыштар теләйем!