Бөтә яңылыҡтар

Сығарылыш кисәләре ҡасан үтә

Башҡортостанда сығарылыш кисәләре ҡасан үтеүе билдәле булды

Сығарылыш кисәләре ҡасан үтә
Сығарылыш кисәләре ҡасан үтә

Быйыл республикала 16,5 меңдән күберәк сығарылыусы – мәктәпте, 42,4 меңдән күберәге туғыҙынсы класты тамамлай.

Бөтә мәктәптәрҙә лә ун беренсе класты тамамлаған уҡыусыларға аттесттар тапшырыу тантанаһы 25 июндә үтәсәк.

БР Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, туғыҙынсыны тамалаусыларҙың сығарылыш кисәләрен үткәреү көндәрен һәр муниципалитет, төп дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының резерв көндәрен иҫәпкә алып, үҙаллы билдәләргә тейеш.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: