Бөтә яңылыҡтар

Гөлиә сәсәндәр конкурсында ҡатнашты

16-17 июндә Бөрйән районында Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә I Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр сәсәндәр конкурс-фестивале уҙҙы. Мәскәүҙән, Красноярскиҙан, Ҡырғыҙ һәм Саха Якут, Башҡортостан Республикаһынан башҡарыусылар бер майҙанға йыйылды. Башҡортостан исеменән республиканың өс ҡалаһынан һәм 18 районынан балалар, шул иҫәптән Ғ. Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбенән Ваһапова Гөлиә ҡатнашты. 

Гөлиә сәсәндәр конкурсында ҡатнашты
Гөлиә сәсәндәр конкурсында ҡатнашты

16-17 июндә Бөрйән районында Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә I Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр сәсәндәр конкурс-фестивале уҙҙы. Сара Мәскәүҙән, Красноярскиҙан, Ҡырғыҙ һәм Саха Якут, Башҡортостан Республикаһынан башҡарыусыларҙы бер майҙанға йыйҙы. Башҡортостан Республикаһы исеменән республиканың өс ҡалаһынан һәм 18 районынан балалар һәм йәштәр сығыш яһаны. Конкурстың һайлап алыу турын үтеп финалға бөтәһе 35 ҡатнашыусы саҡырылды. Уларҙың йәше - 5-тән 25-кә тиклем.
Беҙҙең Ейәнсура районынан финалға Ғ. Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбенән Ваһапова Гөлиә лә ошо мәртәбәле бәйгегә саҡырыу алып, “Урал батыр” эпосын һөйләне, сәсәнлектә үҙ көсөн һынаны, ҡырғыҙ, яҡут һәм башҡа милләт сәсәндәре менән танышты. Бәйгенән һуң уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы - «Шүлгәнташ» мәмерйәһе менән танышыу ойошторолдо. Яңы төҙөлгән “Шүлгәнташ” комплексына алып барҙылар. Мауыҡтырғыс сәйәхәт, матур ял, сәсәнлек бәйгеһе Гөлиәгә бик оҡшаны. Гөлиәгә артабан да уңыштар, тырышлыҡ, аҡ юлдар теләйем. 

Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һәм Сәсәндәр үҙәге директоры Нәфисә Тулыбаева сәләмләне.

Оло байрамды “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң сығышы, Рөстәм Ғиззәтуллиндың, Зилиә Бәхтиеваның, Алтынай Вәлитовтың дәртле йырҙары йәмләне. Йәштәр араһында Гран-приҙы Баймаҡ районынан Мирас Үҙәнбаев һәм Ҡырғыҙ Республикаһынан Гулжигит Кубанычбеков яуланы.

Зифа Йәркәева.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: