Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
14 Август 2022, 15:20

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе.

Йома, 12 августа, Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте.

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе.
Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе.

Уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы  – «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм мәғариф киңлеге».

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, кәңәшмәлә дискуссия майҙансыҡтары эшләгән. Ҡатнашыусылар илһөйәрлек тәрбиәһе биреү, заманса мәктәптең берҙәм белем биреү киңлеге, мәктәпкәсә белем биреү, остазлыҡ институтын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләрен тикшергән.

Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Мәғариф министрлығының һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусовтың ҡатнашҡан.

Мәғариф буйынса август кәңәшмәһендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты менән Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеүгә ҡул ҡуйыу, шулай уҡ Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы булған.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: