Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
30 Август 2022, 12:10

Грант алыусы йәш уҡытыусылар араһында Ейәнсура районынан да бар

Республикала 25 йәш уҡытыусыға республика хөкүмәте гранттары тапшырыла

Грант алыусы йәш уҡытыусылар араһында Ейәнсура районынан да бар
Грант алыусы йәш уҡытыусылар араһында Ейәнсура районынан да бар

Республикала 25 йәш уҡытыусыға республика хөкүмәте гранттары тапшырыла

Йәш уҡытыусыларға Башҡортостан хөкүмәте гранттары тапшырыла. 29 августа премьер-министр Андрей Назаров тейешле указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған, тип хәбәр итте “Башинформ”.

«Һәр береһе 40 мең һумлыҡ гранттар ике йылға бер тапҡыр конкурс нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының иң яҡшы 25 йәш уҡытыусыһына бирелә», — тип белдерҙеләр Мәғариф һәм фән министрлығында.

Грант алыусы йәш уҡытыусылар араһында Яңыбай урта мәктәбенең математика уҡытыусыһа Лениза Ҡунысбаева ла бар.

Грант алыусыларҙың тулы исемлеге менән бында танышырға мөмкин.

Фото "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: