Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
1 Сентябрь 2022, 20:20

Мәктәп тарихының яңы биттәре

Үрген мәктәбенә – 105 йыл

Мәктәп тарихының яңы биттәре
Мәктәп тарихының яңы биттәре

2020 йылдың октябрендә Үрген мәктәбенән шылтыратып, киләһе йыл мәктәптең 100 йыллыҡ юбилейын үткәрергә уйлауҙарын, ошо мәсьәлә буйынса төҙөлгән ойоштороу комитетының тәүге ултырышы булыуы тураһында, шулай уҡ мәктәптең асылыу датаһын аныҡлау маҡсатында Башҡортостандың Милли архивына мөрәжәғәт итеүҙәрен хәбәр иттеләр.

Шул осорҙағы уҡыусыларҙың иҫтәлектәренә таянып, Үрген мәктәбе 1921 йылда асылған тип белдек. Был дата гәзит-журналдарҙа, хатта айырым авторҙарҙың китаптарында ла сағылыш тапты.

Архивтан оҙаҡ ҡына көттөрөп, «Үрген мәктәбе 1925 йылда асылған» тигән яуап – справка килә. Был «яңы» датаның ысынбарлыҡҡа тура килмәүе көн кеүек асыҡ. Уйланып йөрөй торғас, башымда бер фекер тыуҙы: 1922 йылға тиклем ауылыбыҙ Этбуҡ тип аталған бит, мәктәпте лә шул исем менән эҙләргә кәрәк!

Архивҡа барып эҙләнеү зарурлығы килеп тыуҙы. Ләкин оло йәштәгеләргә пандемия буйынса ҡаты сикләүҙәр сәбәпле (апрель 2021 йыл) үҙем был мөмкинселекте  файҙалана алманым.  Шуға күрә элекке уҡыусыбыҙ, тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюловтан ярҙам һораным. Һәм бына, шул уҡ архивта табылған яңы документҡа ярашлы, Этбуҡ-Үрген мәктәбе 1917-18 уҡыу йылында асылған булып сыҡты.

Бер аҙ тарих биттәренә күҙ һалайыҡ. Составына ингән күп һандағы милләттәрҙең хоҡуҡтарын тулыһынса инҡар иткән Рәсәйҙе «Халыҡтар төрмәһе» тип атап йөрөткәндәр. 1917 йылдың февралендә буржуаз-демократик революция һөҙөмтәһендә батша власы ҡолатыла һәм демократик үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Улар милли мәсьәләләргә лә ҡағыла. Ошо 1917 йылдың икенсе яртыһында ғына Ырымбур ҡалаһында башҡорттарҙың өс Ҡоролтайы (тәүгеһе 22-27 июлдә үтә) үткәрелә. Уларҙа милләт яҙмышы өсөн үтә лә әһәмиәтле булған күп ҡарарҙар ҡабул ителә, тәүге Башҡорт хөкүмәте төҙөлә. Ҡабул ителгән резолюцияларҙың береһенә, «Мәғариф тураһында» тип аталғанына ғына ҡыҫҡаса туҡталам.

Унда, иң мөһиме, башҡорттар өсөн кисектермәйенсә донъяуи, дини булмаған белем системаһын төҙөү күҙаллана. Ул башланғыс, тулы булмаған урта, урта, һөнәри һәм махсус мәктәптәрҙән торорға тейеш була. 8 йәштән дөйөм мәжбүри, бушлай белем алыу, малайҙар менән ҡыҙҙарҙы бергә уҡытыу мәсьәләләре күтәрелә. Башланғыс мәктәптең 4-се синыфынан рус телен уҡытыу индерелә.

Мәктәп менән идара итеү өсөн совет төҙөлә. Уға мәктәптең бөтә уҡытыусылары, ата-әсәләр вәкилдәре һәм ауыл идараһынан бер вәкил инәләр. Совет мәктәптең финанстарын контролдә тота, ремонт мәсьәләләрен хәстәрләй, балаларҙы уҡырға алыу, сығарыу, тәрбиәләү буйынса эштәрҙә булышлыҡ итә. Ләкин совет уҡытыу программаларына һәм алымдарына ҡыҫыла алмай.

Халҡыбыҙ өсөн ошондай көнүҙәк ҡарарҙар ҡабул итеүҙе ойошторған Башҡорт милли хәрәкәтенең етәкселәре төрлө яҡлап бик әҙерлекле шәхестәр була. Улар араһында яҡташтарыбыҙ данлыҡлы ир-уҙамандар Мөхәмәтхан Ҡулаев, Юныс Бикбов, Ғүмәр Ҡыуатов, Сөләймән Мырҙабулатов, Булат Ишемғолов һәм башҡаларҙың булыуы ейәнсуралар өсөн оло ғорурлыҡ.

Артабан ошо ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башлана. Ләкин заманаларҙың бик бола булыуы, ике йылдан ашыу барған Граждандар һуғышы, мәктәптәр өсөн биналарҙың, әҙерлекле уҡытыусыларҙың етмәүе һәм башҡа сәбәптәр мәсьәләне тормошҡа ашырыуға ныҡ ҡамасаулай.

Был ваҡытта Этбуҡтың Әмәкәс урамында 1900 йылдар башынан Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт Аҡъюлов төҙөткән мәҙрәсә эшләп килә. Унда уҡытыуҙың эстәлегенә һәм эш алымдарына яңы йүнәлештәр индерелә башлай. Ауылдашыбыҙ Сәләхетдин ахун Абдуллин да ошондай уҡытыуҙы хуплай. Улар үҙҙәренең улдарына ғына түгел, ҡыҙҙарына ла һәйбәт белем бирергә тырыша. Мәҫәлән, Мөхәммәт Абдуллин Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай, Хәйбулла Аҡъюлов Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Фәтих Абдуллин менән Ағзам Солтанбаев хатта Петровский рус гимназияһын тамамлайҙар. Заманса фекерләгән күренекле дин әһелдәре беренсе Ҡоролтайҙың мәғариф буйынса ҡарарҙарын бик ихлас ҡабул итәләр. Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт һис икеләнеүһеҙ мәҙрәсәһен яңы мәктәпкә бирә һәм уның уңышлы эшләүенә һәр ваҡыт ҙур ярҙам күрһәтә.

Табылған документҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Унда Рәсәй мәктәптәре торошона 1920 йылдың 15 майына ҡарата анализ бирелә. Этбуҡта 1917-18 уҡыу йылынан башланғыс мәктәп эшләүе, дөйөм белем биреү предметтары уҡытылыуы, уҡыуҙың түләүһеҙ һәм малайҙар менән ҡыҙҙарҙың бергә уҡыуҙары билдәләнә.

Мәктәптең уҡытыусылары тураһында айырым белешмә бар. 1918-19 уҡыу йылында ике уҡытыусы эшләй: Үргендән Абдуллин Мөтиғулла һәм Күгәрсендән Мәсәғүтов Ғәбделәхәт. Мөтиғулла Сибәғәт улы 1-се Донъя һуғышында полк муллаһы булып хеҙмәт итә. 1970 йылдарҙағы вафатына тиклем ауыл муллаһы вазифаһын башҡарҙы, сабыйҙарға исем ҡушыу, никах уҡыу, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу һ.б. дини сараларҙы үткәрҙе. Ғәбделәхәттең атаһы Харис мулла Ҡазанда мәҙрәсә тамамлаған, әсәһе Латифа абыстай өйөндә ҡыҙҙарҙы уҡытҡан. 1919-20 уҡыу йылында мәктәптә дүрт уҡытыусы эшләгән: Ғәбделәхәт Мәсәғүтов, шулай уҡ Күгәрсендән Әхмәтшәриф Маннанғолов, Үргендән Бибиәсмә һәм Нәҡиә Абдуллиналар. Әхмәтшәриф Мәғәфүр улы революцияға тиклем үк бер туған ағаһы менән Күгәрсен мәктәбендә уҡытҡандар. Бибиәсмә Сәләхетдин ахундың ҡыҙы, Нәҡиә уның ейәнсәре, Нәжметдин мулланың ҡыҙы. Күренеүенсә, бөтә был уҡытыусылар ҙа бик уҡымышлы, абруйлы ғаиләләрҙән булғандар.

1921 йылдан 1928 йылдағы вафатына тиклем мәктәптә тәрән белемле, киң эрудициялы Хәйбулла Аҡъюлов эшләй. 1919 йылда ул уҡыған «Ғәлиә» мәҙрәсәһе ябыла, артабан мулла балаһы булғаны өсөн Хәйбулланы совет уҡыу йорттарына алмайҙар. Улының киләсәген хәстәрләп, Әхмәтбаҡый хажи хәҙрәт уға рәсми рәүештә үҙенән баш тартырға тәҡдим итә. Бик ауыр һыҙланыуҙар, икеләнеүҙәр аша егет был юлға барырға мәжбүр була. Артабан Өфөлә педагогик курстар тамамлап, 1921 йылда Этбуҡ мәктәбендә уҡыта башлай.

Мәктәп асылыуҙың аныҡ датаһы табылғас, һорау тыуа: ни өсөн уның 1921 йылға тиклемге эшмәкәрлеге тураһында бер кемдә бер ниндәй иҫтәлектәр һаҡланмаған? Ауыр һорау, уға әлегә яуап юҡ. Фараз итергә генә ҡала, ләкин ул дөрөҫлөккә тура килерме? Ярай инде, иң мөһиме, документ менән нығытылған дата табылды!

Үрген мәктәбе быуаттан ашыу эшләү дәүерендә данлы юл үтте. Ул турала байтаҡ хәтирәләр бар. 2020 йылда «Ейәнсура таңдары» гәзитенең өс һанында минең дә «Үрген мәктәбе тарихы биттәре» исемле күләмле мәҡәләм баҫылды. Шуның өсөн уның тарихындағы иң әһәмиәтле бер нисә ваҡиғаны ғына билдәләп үтәм.

1929 йылда БАССР-ҙың 10 йыллығы хөрмәтенә ауылда бик һәйбәт типовой мәктәп һалына, ул 55 йыл халыҡҡа хеҙмәт итте.

1932 йылда мәктәп ете йыллыҡҡа әйләндерелеп, унда Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарының 20 ауылынан уҡыусылар белем ала.

1946 йылда Абзан районы бүленеп сыҡҡас, Ейәнсурала русса ғына уҡытылған Иҫәнғол урта мәктәбе ҡала. 1947 йылда Үргендә районыбыҙҙа тәүге башҡорт урта мәктәбе асыла, унда 38 ауылдан балалар уҡый.

1984 йылдың 1 сентябрендә колхоз иҫәбенә хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән 3 ҡатлы заманса мәктәп бинаһы үҙенең ишектәрен асты.

Мәктәпте тамамлаусылар араһында Социалистик Хеҙмәт геройы Әмир Мусин, Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин, фән докторҙары, профессорҙар Мөхтәр Әхтәмов, Ибраһим Рәхмәтуллин, Марат Ҡолшәрипов, Хәҙисә Солтанбаева һәм башҡа күп билдәле шәхестәр бар.

Мәктәп асылыуҙың яңы датаһы билдәле булғас, тәбиғи, уның 100 йыллыҡ юбилейы үткәрелмәне.

2022-2023 уҡыу йылында ауылдың тәүге мәктәбенә – 105, 7 йыллыҡ мәктәпкә – 90, урта мәктәпкә 75 йыл тула.

Ойоштороу комитетының тәүге ултырышында Үрген мәктәбе тураһында китап сығарыу мәсьәләһе лә күтәрелә һәм авторҙар өсөн конкурс иғлан ителә. Шулай уҡ мәктәп тормошо, уҡытыусылар тураһында иҫтәлектәр, фотолар кәрәклеге тураһында «Киске Үрген» төркөмөндә бер нисә тапҡыр яҙылып сыҡты. Ләкин конкурста бер генә автор ҡатнаша, килгән иҫтәлектәр ҙә әлегә күп түгел. Бай тарихлы мәктәбебеҙ тураһында китап бик кәрәк. Уның уңышлы килеп сығыуы өсөн бергәләп тырышлыҡ һалайыҡ.

Юлай Солтанбаев, 1977-2014 йылдарҙа Үрген урта мәктәбе директоры.

Читайте нас: