Мәғариф Образование
5 Сентября 2022, 13:30

Туҡланыуға арналған ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола

Ата-әсәләр балаларҙың туҡланыуына ҡағылышлы һорауҙар менән ҡыҙыу бәйләнештә мөрәжәғәт итә ала

Туҡланыуға арналған ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолаТуҡланыуға арналған ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола
Туҡланыуға арналған ҡыҙыу бәйләнеш ойошторола

  5 сентябрҙән 16-на тиклем Роспотребнадзор дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш үткәрә, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.    

 Белгестәр белем биреү учреждениеһы етәкселегенең ошо процестағы роленә, ата-әсәләр контроленә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә, шулай уҡ сәләмәт туҡланыу һәм башҡа темалар буйынса консультация алырға мөмкин.

Башҡортостанда йәшәүселәр дүшәмбе-йома көндәрендә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-800-700-90-30 телефонына шылтыратып, һорауҙар бирә ала.

Көндөҙгө сәғәт 12-нән 1 тула 15 минутҡа тиклем тәнәфес. Шылтыратыу бушлай.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас