Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
10 Сентябрь 2022, 20:01

Районыбыҙ вәкилдәре төбәк-ара форумда ҡатнашты.

Кисә Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы асылды. Унда Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән уҡытыусылар, мәктәп етәкселәре, тәрбиәселәр — бөтәме 280-гә яҡын кеше ҡатнаша. Сара барышында ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашлығында фекер алышыуҙар, форсайт-сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

Районыбыҙ вәкилдәре төбәк-ара форумда ҡатнашты.
Районыбыҙ вәкилдәре төбәк-ара форумда ҡатнашты.

Ике көнлөк форумдың программаһы бай булды. Бөгөн «Торатау» конгресс-холында тематик күргәҙмәләр ойошторолдо, иң яҡшы уҡытыусылар бүләкләнде. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышы менән тамамланды. 

Форумда беҙҙән район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Гөлназ Сулпан ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Үрген мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динә Дамир ҡыҙы Янбаева ҡатнашты.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: