Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
15 Сентябрь 2022, 15:55

Ибрайҙа “Үҫеш нөктәһе” асылды

12 сентябрҙә Ибрай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» үҙәген асыу тантанаһы үтте.

Ибрайҙа “Үҫеш нөктәһе” асылды
Ибрайҙа “Үҫеш нөктәһе” асылды

Был проекттың бурысы - ауыл ерҙәрендә урынлашҡан мәктәптәрҙә уҡыусыларға белем биреү кимәлен күтәреү, балаларға һанлы, тәбиғәт фәндәре, технологик, гуманитар йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырыу, шулай уҡ “Физика”, “Химия”, “Биология” фәндәре буйынса уҡыу материалын практикала үҙләштереү ул.

Бөгөнгө сараға хөрмәтле ҡунаҡтар – район мәғариф бүлегенең баш белгесе Р. Бикбаев, Т. Аҡбутин, Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Ш. ҠолмөхәмәтоВ, хеҙмәт ветераны А. Мырҙабаева, ата-әсәләр И. Ҡыҙрасов, Л. Ҡыуандыҡова, З. Фәхретдинова саҡырылды.
    

Тантананы асып, мәктәп директоры Иҙрисов Зөфәр Мөхәррәм улы һүҙ алды:
      - Тыуған илебеҙҙең киләсәген төплө белемле, киң ҡарашлы, аҡыллы шәхестәр төҙөргә тейеш. Бөгөн алынған заманса белем – уңышлы киләсәктең нигеҙе. Шуның өсөн дә мәктәбебеҙҙә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыу беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы. Мәктәбебеҙ базаһында технологик һәм тәбиғәт фәндәре йүнәлешле өс кабинет асыласаҡ. Улар - “Робототехника” (етәксеһе - Дауытов А.Я.) , “Физика” (Ишбаев И.Ә.), ”Химия” (Татлыбаев Ә.Ә.). Яңы кабинеттар уҡыусыларҙа белемгә ынтылышты көсәйтеүгә, уларҙың һәләттәрен асыуға һәм үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, тип ышанабыҙ.
Килгән ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто. Ринат Сабир улы былай тине:
        - Хәйерле көн, уҡытыусылар, ҡәҙерле уҡыусылар, ҡунаҡтар! Бөгөн –Рәсәй буйынса “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыуҙың берҙәм көнө. Башҡортостан буйынса өс йөҙҙән ашыу ошондай үҙәктәр асыласаҡ. Беҙҙең районда биш мәктәптә – Ибрай, Күгәрсен, Таҙлар, Муйнаҡ, Байышта асыласаҡ.
Быйылғы уҡыу йылында район сығарылыш уҡыусыларының 69%-ы юғары уҡыу йорттарына инде. Шуның 40%-ы физика, биология, химия фәндәре өҫтөнлөк иткән техник вуздарға инде. Ҡәҙерле уҡыусылар! Был үҙәк һеҙҙең уҡыуҙағы артабанғы үҫешкә ярҙам итер тип ышанабыҙ!
       “Үҫеш нөктәһе” үҙәген асыу таҫмаһын Ринат Сабир улы һәм мәктәп директоры Зөфәр Мөхәррәм улы ҡырҡты. Бүлмәләргә юл асылды!
       Артабан информатика уҡытыусыһы Айҙар Яхья улы уҡыусылары менән роботтоң мөмкинлектәре, уны компьютерҙа программалаштырыу алымдарын күрһәтеү буйынса килгән ҡунаҡтарға оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Ошондай уҡ оҫталыҡ дәрестәрен химия уҡытыусыһы  Әхмәт Әхәт улы, физика уҡытыусыһы Ирек Әхмәҙулла улы ла күрһәтте. Уҡыусыларға, ата-әсәләргә, ҡунаҡтарға был асыҡ дәрестәр хәҙерге көндәге уҡытыуҙың алға китеүе, заман талаптарына яуап биреүе хаҡында һөйләне. Уҡыусыларға тырышып уҡырға ла уҡырға ғына!

Земфира Аҡбутина.

Ибрай ауылы.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: