Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
19 Сентябрь 2022, 11:10

Мирас Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе булған

Башҡортостан уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы

Мирас Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе булған
Мирас Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеүсе булған

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов «Тамашасылар һөйөүе призы» номинацияһында еңеп сыҡты һәм «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы — 2022» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында бишенсе урынды алды. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

«Педагогик эшмәкәрлегенең күпселек өлөшөн Мирас Ишдәүләтов Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы ойошмаларҙа эшләне. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем бирҙе, артабан Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, Өфөнөң 2-се шифаханаһындағы мәктәп-интернатта уҡытты, — тип яҙҙы министр. — Лайыҡлы, намыҫлы, яуаплы, белемле уҡытыусы. Уңышы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!»

Өфө ҡалаһы 107-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мирас Ишдәүләтов «Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының финалсылары иҫәбенә инде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: