Мәғариф Образование
5 Октябрь 2022, 04:49

Республикала 42 меңдән ашыу педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй

Бөгөн Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала мәғариф өлкәһендә 116 мең хеҙмәткәр эшләй(хеҙмәткәрҙәр һанынан 11%).

Республикала 42 меңдән ашыу педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләйРеспубликала 42 меңдән ашыу педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй
Республикала 42 меңдән ашыу педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй

Уларҙың 33,1 меңе — мәктәп, 4,5 меңе — урта махсус, 4,7 меңе — юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары.

Педагогтарҙың 92% юғары белемле.

Заманында белем биргән ҡатын-ҡыҙҙар  аҙ ғына булһа, хәҙер улар был өлкәлә күпселек: 89% — мәктәптәрҙә, 79% — колледждарҙа, 59% юғары уҡыу йорттарында эшләй.

Уҡытыусыларҙың 62% 20 йылдан ашыу стажы бар. 40-59 йәшлек хеҙмәткәрҙәр ҙа шунса уҡ. 29 йәшкә тиклемге уҡытыусылар яҡынса 9% ҡына.

Мәғариф өлкәһендә уртаса эш хаҡы 2021 йылда 35,8 мең һум самаһы (2020 йылда —33,9 мең һум, 2019 йылда — 32,5 мең һум) тәшкил иткән.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас