Мәғариф Образование
5 Октябрь 2022, 12:23

Уҡытыусыларыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

Кисә Өфөлә "Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары" республика конкурсында еңеүсе 50 уҡытыусыға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премиялары тапшырылды.

Уҡытыусыларыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булдыУҡытыусыларыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды
Уҡытыусыларыбыҙ юғары наградаға лайыҡ булды

25 башҡорт теле һәм әҙәбиәте, 25 рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы араһында районыбыҙҙан М. Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева, рус теле уҡытыусыһы Райхан Вафа ҡыҙы Иҙрисова, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ольга Федоровна Беляева, Яңыбай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы Лилиә Илдус ҡыҙы Ҡотошева, Абзан мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфирә Нурислам ҡыҙы Бикбулатова ла бар.

Өлгөлө уҡытыусыларҙы юғары баһа менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас