Мәғариф Образование
17 Октябрь 2022, 05:50

Уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә WhatsApp менән файҙаланыу тыйыла

Рәсәй Мәғариф министрлығы ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға WhatsApp һәм башҡа сит ил мессенджерҙары менән белем биреү процесында файҙаланыуҙы тыйҙы

Рәсәй Мәғариф министрлығы ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға WhatsApp (Рәсәйҙә экстремистик тип танылған һәм тыйылған Meta корпорацияһына ҡарай) һәм башҡа сит ил мессенджерҙары  (Viber, Skype и Google Drive) менән белем биреү процесында файҙаланыуҙы тыйҙы, тип хәбәр итә “Башинформ” «КоммерсантЪ»ҡа һылтанма менән

«Ъ» мәғлүмәттәре буйынса, ведомствола педагогтарға «VK Мессенджер»ға һәм «Сферум» платформаһына күсергә кәңәш иткәндәр. Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәрҙе ата-әсәләр чаттарын да WhatsApp мессенджерынан күсерергә өгөтләйҙәр, тип хәбәр итәләр, әммә Мәғариф минстрлығында бындай бурыс ҡуйылмауы тураһында белдергәндәр. Эксперттар фекеренсә, был шәхси инициатива.

Министрлыҡта сит ил мессенджерҙарын файҙаланмау тураһында тәҡдимдәр ебәрелеүен раҫлағандар, әммә был тик “Минең мәктәбем” дәүләт системаһы һәм уның компоненттары менән эшләүгә генә ҡағылыуын белдергәндәр. Ведомствола ата-әсәләр аралашыуы өлкәһен һәм каналдарын регламентламауҙарын белдергәндәр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас