Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
11 Ноябрь 2022, 12:50

“Мәсьәлә хәл ителгән, курстар киләһе йылдан индерелә”

Айбулат Хажин мәктәптәргә башланғыс хәрби әҙерлекте ҡайтарыу тураһында һөйләне

“Мәсьәлә хәл ителгән, курстар киләһе йылдан индерелә”
“Мәсьәлә хәл ителгән, курстар киләһе йылдан индерелә”

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин Рәсәй мәктәптәрендә башланғыс хәрби әҙерлек курсы индереү тураһында һөйләне, тип яҙа “Башинформ”. Министр фекеренсә, мәктәптәргә НВП дәрестәрен кире ҡайтарыу йәмғиәт тарафынан хуплана, бындай ихтыяж бар һәм ваҡыт үҙе быны талап итә.

«Мәсьәлә хәл ителде, курстар киләһе уҡыу йылынан индерелә. Республикабыҙҙы ла программаға индерһендәр өсөн ғариза бирҙек. Әлбиттә, бының өсөн күп аҡса талап ителә. Сөнки тирҙарҙы, ҡоралдарҙы кире ҡайтарырға, мәктәптәрҙең матди базаһын яңыртырға кәрәк», — тине Айбулат Хажин уҡытыусылар һәм ата-әсәләр менән осрашыуҙа.

Башланғыс хәрби әҙерлек курсы 10-11 класс уҡыусылары өсөн индерелә. Ләкин хәрби әҙерлек, СССР ваҡытындағы кеүек, айырым фән итеп уҡытылмай, ә «Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре»ндә өйрәнелә башлай. Яңы программаға ярашлы ике курс асыу күҙаллана, уларҙың береһе — медицинаға, икенсеһе хәрби әҙерлеккә арнала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: