Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф/Образование
22 Декабрь 2022, 18:08

Афарин, муйнаҡтар!

2021-2022 уҡыу йылында Үрге Муйнаҡ мәктәбен 10 уҡыусы тамамланы. Шулар араһынан Айгизә Исҡужина – миҙал, Урал  Йәғәфәров иһә тик “бишле” билдәләренән торған аттестат алды. Айгөл Ҡолмөхәмәтова, Карина Хәлитова, Тимур Бикбов, Нәркәс Мусина, Ислам Делимбетов  “4” һәм “5” билдәләренә  өлгәште.

Афарин, муйнаҡтар!
Афарин, муйнаҡтар!

 

Сығарылыш уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханына бик яуаплы ҡараны. Алда торған һынауҙарға улар уҡытыусылары менән дә, үҙ аллы  ла ныҡлы әҙерләнде. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәне. Айгизә Исҡужина рус теленән – 89 балл,  профиль математиканан – 72 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 72 балл; Карина Хәлитова рус теленән – 87 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән – 82 балл, тарихтан  90  балл; Урал Йәғәфәров  рус теленән – 70 балл, йәмғиәтте өйрәнеү фәненән 66 балл йыйыуға өлгәште. Һөҙөмтәлә уҡыусылар үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инде. Айгизә – Башҡорт дәүләт университетытының иҡтисад факультетында, Карина – шул уҡ университеттың көнсығыш телдәрен өйрәнеү факультетында, Урал– Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы университетының финанс факультетында белем ала.

Гөлсинә Ҡотошева, Үрге Муйнаҡ мәктәбе директоры.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: