

– Был тармаҡ миңә бик ҡыҙыҡлы, ағайым да тап ошо юлды һайларға кәңәш итте. Шуға күрә күп уйлап тормай, тап ошо университетҡа уҡырға индем дә инде. Бында сит илдәрҙән күп студенттар уҡый, русса аралашалар, телде йүнләп белмәгәндәре лә бар, - тип ҡыҙығып һөйләй Нияз.
Мәктәп йылдарында тырышып яҡшы уҡыуҙан тыш, егет һәр төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, 11-се класта уҡығанда “Ҙур тәнәфес” конкурсы өсөн ул уҡытыусыһы Фәрзәнә Хәмитйән ҡыҙы менән ауылдарында туристик база эшләү өсөн проект төҙөп, юғары балл йыйған һәм Ҡазан ҡалаһында үткән артабанғы турҙа үҙ көсөн һынап ҡараған.
– Ятаҡта йәшәү бик күңелле, хатта әҙ-мәҙ ашарға бешерергә лә өйрәндем (көлә). Яңы танышыуҙар, яңы дуҫтар – ошонан ғибәрәт тә инде студент тормошо. Ауылымды, ғаиләмде һағынам – шуныһы ғына бер аҙ күңелде ҡыра. Байрамдарҙа ғына ҡайтыу бәхете тәтей шул, – тип моңайып та ала Нияз Мәхиәнов.
Дүрт йыл уҡып, бакалавр статусына эйә булғас, егет магистратураға уҡырға инергә ниәтләй. Башлы, аҡыллы егеткә бар башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ!
Айнә ИМАНҒОЛОВА.