Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
30 Ғинуар 2023, 11:35

«Ауыл тренеры» программаһы буйынса уҡытыусылар ҙа 1 миллион һум түләм алырға мөмкин

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы буйынса бер тапҡыр бирелә торған компенсация нормалары тураһында ҡарарға үҙгәрештәр индерелде

«Ауыл тренеры» программаһы буйынса уҡытыусылар ҙа 1 миллион һум түләм алырға мөмкин
«Ауыл тренеры» программаһы буйынса уҡытыусылар ҙа 1 миллион һум түләм алырға мөмкин

Республика хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған,  тип хәбәр итте “Башинформ”.

Үҙгәрештәр башлыса «тренер» һүҙен «тренер-уҡытыусы»ға алмаштырыуға ҡағыла. Тимәк, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алырға хоҡуҡлы.

2023 йылда Башҡортостанда ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға еткерелә. Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан финанс бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт буйынса республика советы ултырышында тағы бер тапҡыр ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: