Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
4 Февраль 2023, 12:35

2023 йылда Берҙәм дәүләт имтихандары үткәреүҙә яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә

Рәсәй Мәғариф министрлығы БДИ үткәреүҙең яңы ҡағиҙәләрен эшләне

2023 йылда Берҙәм дәүләт имтихандары үткәреүҙә яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә
2023 йылда Берҙәм дәүләт имтихандары үткәреүҙә яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә

Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр индерелгән документ норматив хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.

Тәҡдим ителгән яңы үҙгәрештәргә ярашлы, аттестацияла ҡатнашыусылар БДИ-ла ҡатнашыу тураһындағы ғаризаларҙа күрһәтелгән предметтар исемлеген, шулай уҡ кисерерлек сәбәптәр булғанда имтихан тапшырыу ваҡытын үҙгәртә аласаҡ. Мәктәп сығарылыусылары математика буйынса БДИ кимәлен дә (база йәки профиль) үҙгәртә ала. Быны имтихан көнөнә тиклем ике аҙна ҡалғанға ҡәҙәр эшләргә кәрәк һәм бының өсөн хәҙер мөһим сәбәп талап ителмәйәсәк.

Саҡырыу йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булып, хәрби вуздарға уҡырға  инергә теләгәндәр өсөн ҡаризаларҙы хеҙмәт иткән урындарында ҡабул мөмкинлеге ҡарала.

Шулай уҡ йомғаҡлау иншаһын үткәреү датаһын да үҙгәртеү планлаштырыла: май айының эш көнө булған беренсе шаршамбыһы урынына – апрелдең икенсе шаршамбыһы.

Документ 2023 йылдың 1 сентябрендә көсөнә инеүе һәм 2029 йылдың 1 сентябренә тиклем ғәмәлдә булыуы күҙаллана.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: