Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
10 Февраль 2023, 16:10

Юғары уҡыу йорттары студенттарына – 6000, колледждағыларға – 5000 һум

2023 йылда Башҡортостан Башлығы стипендияһының күләме билдәле булды

Юғары уҡыу йорттары студенттарына – 6000, колледждағыларға – 5000 һум
Юғары уҡыу йорттары студенттарына – 6000, колледждағыларға – 5000 һум

Республика Башлығының 2019 йылдың 18 мартындағы «Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиялары тураһында»ғы Указына тейешле үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Шулай итеп, республика етәксеһе стипендияһы аспиранттарға — 8050 һум, юғары уҡыу йорттары студенттарына — 6000 һум, урта махсус уҡыу йорттары студенттарына 5000 һум тәшкил итәсәк.

2022 йылдың майынан Башҡортостанда уҡыу һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән аспиранттар, юғары һәм махсус уҡыу йорттары студенттар өсөн стипендиялар һаны 235-кә еткерелде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: