Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
23 Февраль 2023, 11:19

Яңыбай урта мәктәбе республикала үткән патриотик акцияларға ҡушылды

Уҡыусылар "Шайморатов генерал" йырын башҡарһа, "Герой йондоҙо"нда тотош мәктәп ҡатнашты. #БашкортостанАкцияШаймуратов2023

Яңыбай урта мәктәбе республикала үткән патриотик акцияларға ҡушылды
Яңыбай урта мәктәбе республикала үткән патриотик акцияларға ҡушылды

"Шайморатов генерал" йырын башҡарыу буйынса флешмоб данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Минлеғәле Шайморатовҡа арнала. Ул 1943 йылда Донбасс ерендә немец фашистарына ҡаршы һуғышта батырҙарса һәләк була. Уҡыусылар батыр яҡташыбыҙ тураһындағы йырҙы дәррәү башҡарҙылар.

 

Мәктәп коллективы шулай уҡ "Герой йондоҙо" тигән акцияға ла ҡушылды һәм, Ватанды һаҡлаусы геройҙарға арнап, флешмоб ойошторҙо. Унда ҡатнашыусылар, бөгөнгө геройҙарҙы белеү, уларҙы онотмау кәрәклеген аңланы. Сараларҙа ҡатнашҡан ололар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: