Бөтә яңылыҡтар

Уҡытыусылар көс һынаша

Кисә БР Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстарының асылыу тантанаһы үтте.

Уҡытыусылар көс һынаша
Уҡытыусылар көс һынаша

Быйыл "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" регион-ара конкурсында ҡатнашырға 61 уҡытыусы теләк белдерҙе. Еңеүсе исеменә 59 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итә.

Шуларҙың береһе - Муйнаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Йәйҡолова. 

Бөгөн Өфө мәктәптәрендә конкурстың иң мөһим этаптарының береһе - "Дәрес" башланды.

Район данын яҡлаусы Ғәлиә Иҙел ҡыҙына ярыш сәме, уңыштар теләйбеҙ, еңеү менән көтәбеҙ!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: