-4 °С
Болотло
Бөгөн Башҡорт Үргене мәктәбе ата-әсәләре «Сдаём вместе. День сдачи ЕГЭ родителями» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Улар балалары тапшырасаҡ БДИ процедураһын үтеп ҡаранылар.
Барыһы ла ысынбарлыҡтағыса булды: аудиторияларҙа – йәмәғәт күҙәтеүселәре, ингән ерҙә – кем ниндәй аудиторияла имтихан бирәсәген күрһәтеп торған уҡытыусылар.
Тейешле урындарға ултырып, ата-әсәләр математиканың база кимәлен ҡыҫҡартылған вариантын эшләнеләр.
#СдаёмвместеДеньсдачиЕГЭродителям.