

Украина территорияһындағы махсус операция тураһында яңы бүлек индерелгән тарих дәреслеге белем биреү учреждениеларына 1 сентябргә таратыласаҡ, тип хәбәр итә PRIMPRESS.
Махсус хәрби операция тураһында мәғлүмәт индерелгән китаптар өлкән кластар уҡыусылары программаһына индерелә. Улар хәҙер әҙерләү стадияһында, был дәреслектәр буйынса 10-сы һәм 11-се кластар уҡыусылары белем аласаҡ.
“Яңы тарих дәреслектәренә килгәндә, улар хәҙер эшләнелә. Беренсе сиратта 10-11-се кластар уҡыусылары өсөн тарих дәреслектәре булдырыла. Мәктәптәргә улар 1 сентябрҙән килтереләсәк”, – тине РФ мәғариф министры урынбаҫары Татьяна Васильева.
Шулай уҡ президент ярҙамсыһы Владимир Мединский китапта тик дөрөҫ факттар ғына буласаҡ, тип вәғәҙә итеүе билдәле.
Фото: freepik.com