Уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләнәсәк!

Был хаҡта Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итте.

"Йыл уҡытыусыһы" конкурсы еңеүселәренә миллион һум аҡса түләнәсәк!

Быйылғы Педагог һәм остаз йылынан "Йыл уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре 1 миллион һум, ә призерҙар 500 мең һум аҡсалата приз менән бүләкләнәсәк. Элек бындай дәртләндереү саралары ҡаралмағайны.

200 мең һум күләмендәге аҡсалата приз РФ Мәғариф министрлығының башҡа конкурстары еңеүселәренә биреләсәк. Бындай ярыштар иҫәбендә: “Йыл тәрбиәсеһе”, “Рәсәйҙең йыл директоры”, “Рәсәйҙең педагог-психологы”, “Рәсәйҙең уҡытыусы-дефектологы”, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Йыл оҫтаһы” һәм “Йөрәгемде балаларға бирәм”.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас