Юғары белем алыуҙы реформа көтә

Путин ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.

Юғары белем алыуҙы реформа көтәЮғары белем алыуҙы реформа көтә
Юғары белем алыуҙы реформа көтә

Быйыл һәм киләһе 2024 йылда, шулай уҡ 2025-2026 уҡыу йылдарында Рәсәйҙә юғары белемде реформалау буйынса пилот проекты эшләй башлай. Рәсәй етәксеһе В.Путин ошо туралағы уҡказға ҡул ҡуйҙы.

Уҡыу программаһы бер нисә кимәлгә бүленәсәк: база, махсус юғары, шулай уҡ аспирантура. Махсус әҙерлеккә магистратура, ординатура һәм стажировка-ассистентура инә.

База кимәлендә уҡыу 4-6 йыл тәшкил итәсәк. Магистратура иһә белгеслеккә, әҙерлектең йүнәлешенә ҡарап, 1-ҙән 3 йылға тиклем дауам итә. 

Был пилот проекты һыналасаҡ уҡыу йорттары иҫәбендә Башҡортостан ВУЗ-дары юҡ. Проект Мәскәү, Санкт-Петербург һәм ТОмск ҡалаларындағы 6 уҡыу йортонда тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: БДУ-ның рәсми сайтынан. 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас