Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы стипендияларын алыуға конкурста ҡатнаша ала

Документтар 23 июнгә тиклем тиклем ҡабул ителә

Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы стипендияларын алыуға конкурста ҡатнаша алаУҡыусылар Башҡортостан Башлығы стипендияларын алыуға конкурста ҡатнаша ала
Уҡыусылар Башҡортостан Башлығы стипендияларын алыуға конкурста ҡатнаша ала

Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙа айырыуса һәләтле уҡыусылар өсөн республика Башлығы стипендиялары конкурсы иғлан ителде. Был хаҡта республика Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”.

Унда дөйөм белем биреү ойошмаларында һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында уҡыған халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара һәм республика олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, турнирҙарҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр һәм призерҙар ҡатнаша ала.

Документтар 25 майҙан 23 июнгә тиклем эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-сы яртыға тиклем ҡабул ителә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 7 (34-72) 18-03-26.

Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса баҫылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас