

Сараның икенсе өлөшөндә балалар күсмә музейҙың хәрби тематиканы сағылдырған экспонаттары менән таныша, уларҙы тотоп ҡарай алды.
Ә яугир Ғәзинурҙың тормош иптәшенең маскировкалау селтәрен үреү буйынса үткәргән оҫталыҡ дәресен ҡарағас, балалар ҙа, ҡунаҡтар ҙа эшкә әүҙем тотондо.
Сара тураһында тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитендә уҡырһығыҙ. Әйткәндәй, кемдәр әлегәсә яҙылып өлгөрмәгән, гәзитебеҙгә киләһе ярты йыллыҡҡа ташлама менән яҙылыу осоро бара. Ашығығыҙ!