

Башлыҡ шулай уҡ мәктәптең әле балалар шөғөлләнгән спорт залды ҡараны. Уның размеры – 18-гә 9 метр, һәм ул заман талаптарына яуап бирмәй. Мәктәп директоры Елена Алопина уҡыусыларҙың спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашыуы һәм призлы урындар яулауы хаҡында һөйләне. Тик балалар ҙур булмаған спорт залында ярыштарға тулыһынса әҙерләнә алмай икән, сөнки физкультура дәрестәре бер үк ваҡытта өс класта үтә.
- Спорт залын мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ. Ул ярайһы ҙур һәм район халҡы өсөн дә асыҡ буласаҡ, – тине Радий Хәбиров объекттың 2024 йылда төҙөлөп бөтәсәген әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылдың октябрендә Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш барышында ошо мәктәп уҡыусыһы Вилена Хунафина яңы спортзал һорап мөрәжәғәт иткәйне. Радий Фәрит улы Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығына тейешле йөкләмә биргәйне.
Объект республиканың адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Проект 76 млн һумға төшәсәк.
Айгөл Ҡылысбаева.