

М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Айгүзәл – республикала рус теленән 100 балл йыйған 24 уҡыусыларҙың береһе. Һәм был осраҡлы түгел! Тырыш ҡыҙ химиянан берҙәм имтиханда ла 91 балға өлгәшә.
– Бөтәһен дә ситкә ҡуйып, иғтибарымды тик уҡыуға ғына йүнәлттем һәм һәр имтиханға ентекләп әҙерләндем. Онлайн-тестар эшләнем, репетитор менән шөғөлләндем, – ти Айгүзәл. Шуға ла ул юғары һөҙөмтәгә өмөтләнгән, әммә 100 балл булыр тип уйламаған.
Афарин, Айгүзәл! Бына бит, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, маҡсатына ынтылышлы булыуы үҙ һөҙөмтәһен биргән. Әлбиттә, бында уҡытыусыларының да, ата-әсәһенең дә өлөшө ҙур.
Әйткәндәй, Айгүзәлдең класы гимназияға беренсегә килеп 11 йыл белем алған тәүге сығарылыш. Ошо йылдар эсендә рус теленән төрлө уҡытыусылар белем бирә уларҙың класына. 5 – 7-се кластарҙа уҡытҡан Гөлфиә Айрат ҡыҙы Йәғәфәроваға 11-селә лә уҡытып, БДИ-ға әҙерләү бурысы тейә. Айгүзәл төрлө предметтар буйынса район, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, призер була. Тимәк, гимназияның республикалағы иң яҡшы белем усаҡтары иҫәбенә инеүендә уның да өлөшө бар.
Айгүзәл медицина юлынан китергә уйлай. Шулай булһа ла, гуманитар предметтарҙы ла ярата, тағы ла рус телен яҡшы белеү, юғары балл йыйыу уға абруйлы вузға инергә ярҙам итәсәген аңлай.
“Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнгәндә, маҡсатыңды билдәләп, үҙеңде дөрөҫ мотивацияларға кәрәк, бөгөн ни өсөн, нимә хаҡына тырышлыҡ һалыуыңды аңларға тейешһең”, – тип иҫәпләй ҡыҙ. Айгүзәл әле түҙемһеҙлек менән биология буйынса һөҙөмтәне көтә, күңеленән генә шулай уҡ юғары һөҙөмтәгә лайыҡлы булыуына өмөтләнә. Уға һәм башҡа сығарылыш уҡыусыларына бәхетле киләсәк теләйбеҙ. Күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын, аҡ юл һеҙгә!
Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда рус теленән БДИ-ны 14 661 уҡыусы тапшырған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ
2021 йылдан Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырып, республиканың Евразия ғилми-мәғрифәти үҙәге ҡатнашыусылары булған юғары уҡыу йорттарына инеүселәргә Республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус премияһы булдырылды. Уның суммаһы 150 мең һумға торошло һәм бер тапҡыр бирелә.
Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.