

2024 йылдың 1 сентябренән Рәсәй мәктәптәрендә «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Тыуған илде һаҡлау» тигән фән индерелә, тип яҙа “Башинформ”. Был хаҡта Дәүләт Думаһында «Мәктәп программаһында ОБЖ һәм НВП» темаһы буйынса түңәрәк өҫтәлдә Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты директоры урынбаҫары Анна Тимофеева хәбәр итте.
«Яңы уҡыу федераль программаһын төҙөү өсөн Оборона министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәренән торған эшсе төркөм ойошторола, сөнки беҙ был эштең ни тиклем мөһим һәм ҡатмарлы икәнен аңлайбыҙ», – тине чиновник.