

Ҡатнашыусылар:
- шәхси остаз ҡулы аҫтында социаль һәм ижтимағи-сәйәси экспертиза буйынса практик белем аласаҡ
- сифатлы эксперт контенты булдырыу һәм уны социаль селтәрҙә алға ебәреү буйынса техник әҙерлек үтәсәк
- төрлө кимәлдәге депутаттар менән осрашып, власть органдары структураһы менән танышасаҡ
- төбәктең алдынғы эксперттарының, йәғни дәүләт власы органдары һәм ғилми берләшмә вәкилдәренең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, политологтарҙың, журналистарҙың һәм компания менән дәүләт власы органдары араһында уңышлы бәйләнеш булдырыу өсөн яуаплы менеджерҙарҙың лекцияларын тыңлаясаҡ
❓«Сәйәси менеджмент» программаһы буйынса уҡытыу нисек үтәсәк
Уҡыу осоро - 2023 йылдың 25 июленән 1 ноябренә тиклем, уҡыу формаһы - көндөҙгө-ситтән тороп һәм дистанцион.
❓Проектта нисек ҡатнашырға?
Заявканы 2023 йылдың 17 июленә тиклем бирергә мөмкин: http://багсу.рф/sign_up Ҡатнашыусылар һаны сикле - һайлап алыу конкурсы нигеҙендә программаға 50 кеше алына. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 18 йәштән 35 йәшкә тиклем.
Ойоштороусылары - Башҡортостан Башлығы гранттары фонды булышлығында республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән берлектә коммерцияға ҡарамаған «Авангард» автономлы ойошмаһы.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан