

Башҡортостанда балаларҙың респиратор инфекциялар менән ауырыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле Роспотребнадзор идаралығы ниндәй шарттарҙа уҡытыу процесы туҡтатылыуы тураһында хәбәр итте.
Ведомствола аңлатыуҙарынса, әгәр төркөмдә йәки класта грипп, коронавирус инфекцияһы һәм башҡа респиратор ауырыуҙар билдәләре менән балаларҙың 20 проценттан күберәге булмаһа, белем биреү ойошмаһы етәкселеге тарафынан дистанцион уҡытыуға күсереү йәки уҡытыу процесын туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уҡыусыларҙы ваҡытынан алда каникулға сығарыу йәки уны оҙайтыу Роспотребнадзор идаралығы тәҡдимдәре нигеҙендә иғлан ителә.