Мәғариф Образование
19 Октября 2023, 11:05

Башҡортостанда студенттарға Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә

М. Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булған 15 студент араһында райондашыбыҙ ҙа бар

Башҡортостанда студенттарға Аҡмулла исемендәге стипендия түләнәБашҡортостанда студенттарға Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә
Башҡортостанда студенттарға Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә

2023-2024 уҡыу йылында Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарының һәм колледждарҙың 15 студентына Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия түләнә башлай. Тейешле бойороҡҡа республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Стипендия алыусылар араһында — Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Туймазы педагогия колледжы, Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Салауат музыка колледжы, Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы, Нефтекама машиналар эшләү колледжы, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы һәм Өфө сәнғәт училищеһы студенттары. Шуларҙың береһе – Ейәнсура районының Ибрай ауылынан М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның 3-сө курс студенты Рәмзилә Ҡолғарина.

Хөкүмәт бойороғоноң тулы тексы менән Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында танышырға мөмкин.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас